Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
18 Апрель 2020, 10:00

Студенттар ҙа ярҙамға әҙер

Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһының терапия корпусы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар өсөн госпиталь итеп үҙгәртеп ҡоролдо.

Реанимация бүлексәһенә үпкәне яһалма елләтә торған 18 аппарат ҡуйылған. Беренсе пациенттар килтерелеү менән табиптарҙың тәүге бригадаһы сменаһы эш башлаясаҡ.
Табиптар ике аҙна пациенттар менән бергә йәшәйәсәк. Аҙаҡ уларға алмашҡа икенсе бригада киләсәк. Профессионалдарға буласаҡ белгестәр ҙә ярҙам итәсәк: университеттың ун студенты үҙ ирке менән эшләргә теләк белдергән. Коллективҡа уңыштар, сәләмәтлек теләйбеҙ.
Фото: Bash.News.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Studenttar-a-yar-am-a--er-222302/
Читайте нас