Диетологтар һәр өс сәғәт һайын аҙ-аҙлап ашарға ҡуша. Был ваҡытта беҙ шоколад, печенье, кәнфит менән сәй эсергә яратабыҙ. Улар юғары калориялы булғанлыҡтан, кәүҙәгә зыян килеүе бар. Был продукттар урынына нимә ашау дөрөҫ?
Еләк-емеш, кипкән емештәр. Көнөнә 400 грамм йәшелсә һәм еләк-емеш ашарға кәрәк. Ашағы килеүҙе баҫыр өсөн алма йәки банан ғына ашап ҡалмайынса, уларҙан салат та яһарға була. Турамаға сәтләүек һәм еләк ҡушырға мөмкин. Яҡынса 150-200 грамм әфлисун менән алма, помидор менән ҡыяр – 150, болгар боросо 150-200 грамм.
Эремсек менән кефир ҙа файҙалы. Был осраҡта эремсекле ризыҡ алырға тырышмағыҙ, сөнки уларға сифатһыҙ майҙар ҡушыла. Ә кефирҙың майлылығы аҙ булғанын һайлағыҙ.
Бутерброд яһарға иренмәгеҙ. Әйтәйек, эремсекле бутерброд. Эремсеккә йәшел тәмләткестәр ҡушып болғатаһығыҙ ҙа киптерелгән икмәк киҫәгенә (хлебцы) һылайһығыҙ. Эремсеккә помидор һәм болгар боросо ла турап һалығыҙ. Йә булмаһа киптерелгән икмәккә бешкән тауыҡ ите менән ҡыяр һалып ашағыҙ.