Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
18 Апрель 2020, 12:00

Мандариндың зыяны ла бар

Ашҡаҙан сире булғанда, шәкәр диабетлы кешеләргә был емеш кәңәш ителмәй.

Файҙаһы
Мандарин С витаминына бик бай. Ул һыуһынды баҫа, депрессия ваҡытында бик файҙалы.

Күңел болғанғанда ашарға кәңәш итәләр. Шулай уҡ ҡан тамырҙарындағы холестеринды кәметә. Йүтәлдән мандарин ҡабығы ярҙам итә. Мандаринды йыуып әрсейһең дә ҡабығын ҡайнап торған ике стакан һыуға һалып ҡайнатаһың. Һыуынғас, һөҙөп алып, көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсәһең.

Зыяны
Аллергиялы кешеләргә мандаринды самаһын белеп ашарға кәрәк.

Ашҡаҙан сире булғанда, шәкәр диабетлы кешеләргә был емеш кәңәш ителмәй.
Автор: Самат ҒӘЛИН әҙерләне
  • https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/mandarindy-zyyany-la-bar/
  • Читайте нас