Коронавирус хәүефе сәбәпле үҙ аллы изоляция режимын күҙәткән балалар дистанцион уҡыуҙы үҙләштерә.
Мәктәптә ҡайнар аш менән бушлай тәьмин ителгән уҡыусыларға 6 апрелдән башлап аҙыҡ-түлек йыйылмаһы бирелә башланы. Биш уҡыу көнөнә бер комплект тапшырыла. Аҙыҡ-түлек тупланмаһына ярмалар, макарон изделиелары, консервалар, һут, печенье, көнбағыш майы һәм башҡа тиҙ боҙолмай торған аҙыҡтар инә. Тупланма үҙгәртелергә мөмкин.
«Солтанбәк урта мәктәбендә икенсе тапҡыр барыһы 38 тупланма тапшырылды: өсөһө - сәләмәтлеге сикләнгән балалы, 35-е - күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә. Тупланманы таратыу графигы бар. Аҙыҡ-түлек йыйылмаһы менән шәхси эшҡыуар Л.С.Ҡыямова тәьмин итә», - тине мәктәп директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Лилиә Миңлеғәлиева.
Һүрәттә: аҙыҡ-түлек тупланмаһы алыусы әсәләр - Рәхимйәнова Фәридә, Фазлыәхмәтова Зөлфиә, Ғиләжева Фәзимә.