

Бейек тауҙар менән уратып алынған тарихҡа бай Солтанбәк ауылында ла халыҡ үҙ асылын һаҡлап, тырышып, матур итеп донъя көтә. Ишле балалар табып, уларға матур тәрбиә биреп, нәҫелдәрен лайыҡлы дауам итәләр, йәш ғаиләләр яңы йорттар һалып сығып, ауылда төпләнә. Бирелә күпләп мал аҫрайҙар, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр. Рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға ла ҙур иғтибар бирелә. Солтанбәктәр тарихты өйрәнә, шәжәрәләрен төҙөй, йолаларын тергеҙә, халыҡ йырҙарына яңы һулыш өрә... Милли асылыбыҙ, тәрән тамырлы рухи ҡиммәттәребеҙ солтанбәктәр йөҙөндә, яҙмышында, һәр кешенең тормошонда сағылыш таба.
Балыҡсы ырыуы башҡорттары Милли кейем көнөнә бағышланған флешмобҡа ла ихлас ҡушылды.
Наилә Имаева.