Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Апрель 2020, 05:21

Милли рух бөркөлә...

#КурултайНациональныйКостюм #ҠоролтайМиллиКейем #ҡоролтай #курултай#МойНациональныйКостюм #МиллиКостюм #КультураБашкирии #НародыБашкирии #НацКостюмЭтоМодно “Милли кейем миңә ышаныс, рух ныҡлығы, дәрт-дарман өҫтәй”, - ти мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнаусы Ҡышлауйылға урта мәктәбе уҡытыусыһы Эльмира Шәйхуллина.


Милли кейемдәр кейергә яратам. Улар миңә ышаныс, рух ныҡлығы, дәрт-дарман өҫтәй. Башҡорт халҡының сағыу кейемдәре беҙҙе башҡа милләттәр рәтендә үҙ йөҙөбөҙҙө, үҙ рухыбыҙҙы күрһәтергә мөмкинлек бирә.Милли колорит, ошо стилдәге кейем һәм биҙәүестәр кешенең рухи асылын ғына ла күрһәтеп ҡалмай, минеңсә, был һәр кемдең үҙ-үҙен раҫлау сараһы ла. Береһенән-береһе матурыраҡ, үҙенсәлеклерәк күлдәк һәм тәңкә-сулпылары сыңлап торған елән, камзул кейеп, ҡурай моңдарына ҡушылып бейегәндә үҙемде ысын башҡорт ҡыҙы итеп хис итәм. Шундай мәлдәрҙә күңелемде ғорур халҡым, бай тарихым, моңло туған телем, хозур тәбиғәтле тыуған яғым менән ғорурланыу хистәре сорнап ала. Милли биҙәүестәребеҙгә лә һоҡланып туя алмайым. Селтəр-һаҡалдар, хəситəлəр, муйынсалар, сəс сулпылары. йөҙөктəр, белəҙектəр, алҡа-һырғалар — ысын-ысындан сəнғəт əҫəрҙəре!”- ти милли кейемдәрҙе кейеп, уларға йән өрөүсе Эльмира Фәүзәт ҡыҙы.
Наилә Имаева.


Читайте нас