Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Апрель 2020, 05:15

Изге ҡомартҡы итеп һаҡлай

#КурултайНациональныйКостюм #ҠоролтайМиллиКейем #ҡоролтай #курултай#МойНациональныйКостюм #МиллиКостюм #КультураБашкирии #НародыБашкирии #НацКостюмЭтоМодно Балыҡсы ырыуы вәкиле, ҡарт өләсәһе Хәйәт Зыязетдин ҡыҙының бер быуат элек көндәлек тормошта кейгән кейемен Урмияҙ ауылында йәшәүсе Маргарита Әүхәҙиева изге ҡомартҡы итеп һаҡлай.

Күпме йылдар үтмәһен, башҡорт костюмының бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған өлгөләре һаман да үҙенең матурлығы менән һоҡланыдра. Унда бөтә нәмә гармонияла, уның бөтә өлөштәре берҙәм бөтөнлөктө тәшкил итә.
«Был минең ҡарт өләсәйем 1881 йылғы Хәйәт Зыязетдин ҡыҙы Шәйәхмәтованың кейемдәре. Минең өләсәйем Асия Фазлыәхмәт ҡыҙы Әүхәҙиева әсәһенең кейемдәрен ҡәҙерләп һаҡлаған. Элек ошо күлдәк, алъяпҡыс, яулыҡты сәхнәлә кейер өсөн гел һорап торалар ине. Өләсәйем аяғына һәр саҡ аҡ оҙон ҡуныслы ойоҡбаш кейә торғайны. Әле минең аяҡтағыһы ла ойоҡбаш, Альфира апай Ҡыямова матур итеп өләсәйемдекенә оҡшатып биҙәкләп бәйләп бирҙе. Был кейемдәр минең өсөн бик ҡәҙерле, өләсәйемдәр төҫө итеп һаҡлайым. Уларҙың тарихын өйрәнәм, башҡа ошондай боронғо кейемдәр менән сағыштырам. Бөгөн – Милли кейем көнөндә мин дә Балыҡсы ырыуы вәкиле булараҡ ҡарт өләсәйемдең кейемдәрен ғорурлыҡ хисе менән кейеп фотоға төштөм”, - ти Урмияҙ ауылы китапханасыһы, әүҙем йәмәғәтсе Маргарита Әүхәҙиева.
Маргарита Рәғил ҡыҙы ғаилә альбомында ҡарт өләсәһенең һеңлеһе менән төшкән фотоһын да ҡәҙерләп һаҡлай.
Наилә Имаева.




Читайте нас