Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Апрель 2020, 10:15

Дәрестәр Милли кейем көнөнә арнала

Асҡын 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилбәр Зөфәр ҡыҙы Заһиҙуллина бөгөн онлайн-дәрестәрҙә уҡыусыларға башҡорт халҡының милли кейемдәре тураһында һөйләй.

Белеүегеҙсә,Бөгөн Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнә. Республика башлығы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса, был көн йыл һайын апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнергә тейеш. Эпидемиологик хәлгә бәйле байрамды онлайн форматында үткәрергә хәл ителде.

Бөгөн тәүҙә 9-сы Б класы уҡыусылары менән Милли кейем көнөнә бағышланған класс сәғәте үткәрҙем. Артабан бергәләп БР мәҙәниәт министры Әинә Шафиҡова үткәргән асыҡ дәресте ҡараныҡ. Әминә Ивний ҡыҙы башҡорт халҡының милли кейемдәре тураһында матур итеп, ентекле һөйләне һәм бөгөнгө флешмобта ҡатнашырға саҡырҙы. 5-се Б класындағы дәресемде лә ошо темаға арнаным. Уҡыусыларға боронғо кейем өлгөләрен күрһәтеп һөйләнем. Беҙ уҡыусылар менән районда, республикала үткән мәҙәни сараларҙа ла ошо милли кейемдәребеҙҙе кейеп, ғорурланып сығыш яһайбыҙ.Балалар бәләкәйҙән үҙҙәренең милли асылын - кейемдәрен, тарихын, туған телен, мәҙәниәтен белеп үҫһен өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ”, - тине Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина.

Читайте нас