Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Апрель 2020, 09:00

200 йыл элек тегелгән уҡалы камзул үҙе генә ни тора!

Ҡыр-Танып ырыуы вәкиле, Иҫке Ҡаҙансының иң өлгөр ағинәйҙәренең береһе Мәмдүнә апай Зарипова йөҙйәшәр камзул һәм күлдәкте яңыртып тегеп, бөгөн Милли кейем көнө уңайынан флешмобта ҡатнаша.#КурултайНациональныйКостюм #ҠоролтайМиллиКейем #ҡоролта#Аскынрайоны #МойНациональныйКостюм #МиллиКостюм # #НародыБашкирии #НацКостюмЭтоМодно#Асҡынрайоны


Мәмдүнә Ғаян ҡыҙының изге ҡомартҡы итеп һаҡлаған кейемдәре боронғолоғо, үҙенсәлекле тегелеше менән күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, биҙәлеше менән һоҡландыра. Һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул! Мәмдүнә апай ҡәҙерләп һаҡлаған 200 йыл элек тегелгән уҡалы камзул үҙе генә ни тора! Баҡтиһәң, был камзул Мәмдүнә апайға бишенсе быуынға сығып ҡарт-ҡарт өләсәһе Хәжәр ағинәйҙән изге ҡомартҡы итеп тапшырылған. Күҙ алдына килтерәйек: Мәмдүнә апай, уның әсәһе Кәримә, уның әсәһе Хәтимә, уның әсәһе Фатима, уның әсәһе Хәжәр.
— Бындай уҡалы камзулды бик етеш йәшәгән, хәлле кешеләр генә кейгән. Уны көндәлек тормошта түгел, ә ҙур тантаналарҙа, байрамдарҙа ғына кейгәндәр. Быуындан-быуынға тапшырылыусы ҡомартҡылар араһында йөҙйәшәр күлдәк тә бар. Ул дүрткөл бала итәкләп 12 һыр менән тегелгән.Был күлдәк миңә йыраҡ туғаныбыҙ Ғәмилә әбейҙән ҡалды. Тағы ла кафтан (камзулдан оҙонораҡ кейем) һәм ике камзул бар. Береһе — тәңкәле, икенсеһе — ябай. Икеһе лә билләп тегелгән. Уларға йылға тулҡындары төшөрөлгән. Былар барыһы ла боронғо ҡыр-танып ырыуы кейемдәре, — тип һөйләне Мәмдүнә апай ҡомартҡы итеп ҡәҙерләп һаҡлаған кейемдәре тураһында.
Бына шулай, һәр башланғысты күтәреп алып, тормошҡа ашырыусы Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы ошо боронғо камзул һәм күлдәк өлгөләре буйынса үҙенә Ҡыр-Танып ырыуы ҡатын-ҡыҙы кейемен тергеҙеп кейгән. Афарин!


Наилә Имаева.

Читайте нас