Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Апрель 2020, 17:05

Ярҙамды 72 мең самаһы ғаилә аласаҡ

Республика йортонда уҙған оператив штаб ултырышында 23 апрелдән Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең аҙыҡ-түлек тупланмаһы ала башлаясағы тураһында мәғлүм булды.

Уның 80 проценты республика етештереүселәренең тауарҙарынан тора. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Башҡортостан Хѳкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һүҙҙәре буйынса, бындай ярҙамды 72 мең самаһы ғаилә аласаҡ, уларҙа 165 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә. Был ғаиләләрҙең килеме бер бала башына йәшәү минимумынан – 9 200 һумдан кәм тура килә.

Аҙыҡ-түлек тупланмаһын “Берҙәм Рәсәй”ҙең тѳбәк башҡарма комитеты ойоштороуында ирекмәндәр таратасаҡ.

- Кешеләр ас ултырырға тейеш түгел. Бының ѳсѳн беҙҙең мѳмкинлектәр бар. Муниципалитет башлыҡтарына мѳрәжәғәт итәм: халыҡтан килгән сигналдарҙы күҙәтеп барығыҙ һәм ваҡытында сара күрегеҙ, - тине республика Башлығы.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор: Рәмилә Мусина
  • https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Yar-amdi-72-me-sama-i-ail-alasa-223142/
  • Читайте нас