Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Апрель 2020, 15:25

Китаптан бер ҡасан да айырылмай

«Иң күп китап уҡыусыларҙың береһе ул беҙҙең Нәфиға апайыбыҙ!» - ти Иҫке Ҡаҙансы ауыл китапханасыһы Гөлфинә Исламова.

«Китап – һәр ваҡыт үҙ урынында ҡала. Кем уҡырға ярата, улар бер ҡасан да китаптан айырылмай. Урманкүл ауылында йәшәүсе 80 йәшлек Нәфиға апай Хәбибуллина ла китап уҡымай тора алмай. Ул башҡортса ла, татарса ла, тарихи романдарҙы ла, фәлсәфәүи әҫәрҙәрҙе лә берҙәй яратып уҡый. Китапханабыҙҙа ул уҡымаған китап та ҡалманы, хәҙер икенселәй уҡый башланы», - ти Гөлфинә апай.
Әйе, китап уҡыуҙың файҙаһы күп. Ул күңелде тынысландыра, телде байыта, хәтерҙе яҡшырта, мәҙәнилекте үҫтерә.
«Әсәйем элек Мутайылға ауылында почтала эшләгәнендә лә гәзит-журналдарҙы башынан-аҙағына тиклем уҡып сыға ине. Оло йәштә булһа ла, әле лә яңы китаптарҙы көтөп ала. Хәҙер сәләмәтлеге сикле булғас, китапханаға үҙе бара алмай, йә мин барам, йә Гөлфинә апай үҙе килтереп бирә. Әле ул Мөслим Әбсәләмовтың «Хәлфә» тигән китабын уҡый», - тине Нәфиға апайҙы ҡараусы ҡыҙы Нәфисә апай.
Наилә Имаева.
Читайте нас