Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Апрель 2020, 05:12

Гөлназ Ҡотоева “Ҡот тамғаһы” тарата!

Шағирә социаль селтәрҙәрҙә ниндәй ҙур шатлығы менән уртаҡлашты?

Бәхет юлы ҡылдан нескә,
Нәфис,
Тотһаң, ыуала.
Донъяла мин бармын, тигән
Уйҙан күңел ҡыуана.
Йөрәгемде телеп үтә
Бер минутта нисә хис.
Минең хәсрәтле булыуым
Ҡамасау түгелдер һис –
Көттөрөп килгән бәхеткә,
Өмөткә тулышыуға.
Монарҙай ғына алдатҡыс,
Ебәктәй генә шыма.
Тоттом,
Бәхетлемен, тиһәң,
Һиҙҙермәй ҡулдан шыуа.
Бәхет ғүмере – ҡылдан ҡыҫҡа,
Уға тиҙ күнегелә.
Тик юғалтыу ҡурҡынысын
Тойғанда һиңә килә –
Бәхет тәме,
Бәхет йәме.
Нурлана күңел ҡоттан.
…Монарҙай ғына алдатҡыс,
Ыуала ҡулда, тотһаң, – тип яҙа шағирә, Ш. Бабич исемендәге премия лауреаты Гөлназ Ҡотоева үҙенең бер шиғырында.
Ошо көндәрҙә З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә уның “Ҡот тамғаһы” тигән китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡтың рәссамы – Илнур Сләүсин. Шағирә үҙенең шатлығы менән социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашты. Китап уҡыусыға табан юлланды. “Ҡот тамғаһы”на хужа булырға теләһәгеҙ, Гөлназдың китабын алып уҡығыҙ!
Фото шәхси архивтан.
Автор: Лариса Абдуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/G-lnaz-otoeva--ot-tam-a-i-tarata-221212/
Читайте нас