Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
16 Апреля 2020, 11:10

Бергәләп һүрәт төшөрәләр

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, Урмияҙҙан Лилиә Костюкова ла балалары менән һүрәт төшөргән.

Класс етәксебеҙ Нурия Мөхәмәтнур ҡыҙы Ғилмаева Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, һүрәттәр конкурсы иғлан ителеүен әйткәс, беҙ ҙә һүрәт төшөрөргә булдыҡ. Мин үҙем бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә яратам, мәктәптә уҡығанда стена гәзиттәрен дә эшләй торғайныҡ. Азалия ҡыҙыма - ете, Данил улыма дүрт йәш. Улар ҙа раскраска китаптарын буярға, үҙҙәре лә уйлап һүрәт төшөрөргә бик ярата. Был һүрәтте Ах1 форматтағы ҡағыҙға ҙур итеп төшөрҙөк. Миңә Гөлнара Пермякова ла ярҙам итте. Балаларыбыҙ бер класта белем ала. Рәсемдә Бөйөк Ватан һуғышында яугирҙарҙың ҡыйыулығын, илһөйәрлеген сағылдырырға тырыштыҡ. Балалар ҙа Еңеүҙең ниндәй ҙур юғалтыуҙар аша яулап алынғанын белергә, тыныс тормошто ҡәҙерләргә, ветерандарҙы хөрмәтләргә,тарихты онотмаҫҡа тейеш” , - ти Лилиә Ринат ҡыҙы.
Наилә Имаева.
Читайте нас