Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Апрель 2020, 10:30

“Беҙҙең хәстәрлек” халыҡты хәстәрләй

Ошо көндәрҙә “Беҙҙең хәстәрлек” проектына “Dasko Group” ресторан селтәре лә ҡушылды.

Улар көн һайын мохтаждар өсөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты янындағы Ирекмәндәр үҙәгенә ашамлыҡтар ташыясаҡ.
Тәүге көндө ресторан хеҙмәткәрҙәре 200 өлөш туңдырылған кәтлит әҙерләп бирҙе. Коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле ауыр тормош хәлендә тороп ҡалғандарға ирекмәндәр аҙыҡ-түлек алып килде, шулай итеп әле Өфө ҡалаһы халҡының заявкаһын үтәне. Киләсәктә иһә улар эшмәкәрлеген тотош республика буйынса йәйелдерергә уйлай. Ирекмәндәр үҙәгенә күп балалы ғаиләләр, өлкән йәштәгеләр һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр йыш мөрәжәғәт итә.
– Бөгөн кешеләргә ярҙам итеү мөмкинлеге бар, – тип һөйләй “Dasko Group” ресторан селтәре президенты Александр Антонов. – Ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалыусыларҙы күҙ уңында тотоп, кәтлит етештереүҙе юлға һалдыҡ.
Һәр беребеҙ ирекмән була ала. Бурыс – аҙыҡ-түлек һәм медицина кәрәк-яраҡтарынан тыш, өйҙән сүп-сар сығарыу һәм бүтән төрлө хәстәрлек күрһәтеү. Бынан тыш, ярҙам һорап (колл-үҙәктең телефоны тәүлек әйләнәһенә эшләй: 8 800 201 89 03) үтенестәрегеҙҙе ҡалдыра алаһығыҙ.
Фото: Башинформ.
Автор: Илдар Акьюлов
https://bash.rbsmi.ru/articles/geroy-ar-d-ere/Be-e-h-st-rlek-hali-ti-h-st-rl-y-221189/
Читайте нас