

«Минең беренсе класта 12 уҡыусы. 10 бала БСТ ҡарай, дәрес ваҡытында башҡарған һәм өй эштәрен ватсаптан фотоға төшөрөп миңә ебәрәләр. Ике уҡыусы кейс-технология менән уҡый. Уҡыусыларға БСТ каналынан дәрес ҡарауы бик оҡшай, яҡшы аңлаталар. Өйҙә булған ата-әсәләр ҙә дәресте балалары менән бергә ҡарай, кәрәк булһа, аңлата. Беренсе көндәрҙә генә бер аҙ ҡыйын булды, сөнки яҙыу эштәренә ваҡыт аҙ бүленде. Хәҙер өйрәнделәр: телефонға төшөрөп алалар ҙа, ашыҡмай ғына дәфтәргә күсереп яҙалар»,- ти Нурия Мөхәмәтнур ҡыҙы.