Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Апрель 2020, 05:36

Милли кейем- халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил

Милли кейемдәребеҙҙе күрһәтәйек, әүҙемерәк булығыҙ, асҡындар!#Ҡоролтаймилликейем #КурултайНациональныйкостюм#милликейем #национальныйкостюм #мкрб #рцнтрб #мыедины #беҙберҙәм.

17 мартта социаль селтәрҙәрҙә Милли кейем флешмобына старт иғлан ителде. Сара әлеге көндә дауам итә.
«Милли кейем—милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил. Һәр төбәктең үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ биҙәктәре бар. Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, ата-бабалар ҡомартҡыһын бар донъяға танытайыҡ», – ти ойоштороусылар.
Шарттар ябай: башҡорт милли кейемендә төшкән фотоһүрәттәрегеҙҙе Бәйләнештә, Фейсбукта йә иһә Инстаграмда #Ҡоролтаймилликейем #КурултайНациональныйкостюм хештегтары менән һалығыҙ. Өҫтөгөҙҙөге кейем ҡайһы ырыу башҡорттарыныҡы, ҡайһы төбәккә хас биҙәктәр менән биҙәлгән-ошо мәғлүмәтте лә яҙырға онотмағыҙ.
Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто уларҙы YouTube каналына һаласаҡ.
Асҡындар ҙа был флешмобҡа ҡушылды. Улар фотоларын социаль селтәрҙәргә һала башланы.

Наилә Имаева.
Читайте нас