Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Апрель 2020, 05:35

Яңы составты булдырыу кисектерелә

Башҡортостан Республикаһының яңы VI саҡырылыш Йәмәғәт палатаһын формалаштырыу республика Башлығы Указына ярашлы иғлан ителгән “Юғары әҙерлек” режимы бөтөрөлгәнгә тиклем туҡтатып торола.

Төбәк Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина был ҡарарҙы ваҡытлы һәм мөһим тип һанай, сөнки үҙизоляция шарттарында палатаның яңы составына кандидаттар тәҡдим иткән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм йәмәғәт берләшмәләре апрель айында тейешле документтарҙы туплап өлгөрә алмай.
– Устав документтарына ярашлы, күп кенә коммерцияға ҡарамаған ойошмалар Йәмәғәт палатаһына кандидат күрһәтеүҙе дөйөм йыйылышта хәл итә. Әлеге хәл-торошта быны ойоштороу һәм хоҡуҡи йәһәттән тауыш биреүҙең ғәҙеллегенә өлгәшеү ҡатмарлы буласаҡ, сөнки бөтә коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа онлайн ҡарар ҡабул итә алмай, – тип аңлатма бирҙе Ольга Панчихина.
Яңы палата ағзалары алдында башҡарма һәм закондар сығарыу власы органдары менән хеҙмәттәшлек һәм диалогты дауам итеп, республика халҡы мәнфәғәтендә маҡсатлы эшмәкәрлек алып барыу бурысы тора, тип билдәләне рәйес. Палата ағзалары һәр йәһәттән әүҙемлек, яуаплылыҡ күрһәтергә, республиканың коммерцияға ҡарамаған секторын яҡларға тейеш.
Республиканың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев та әлеге яңылыҡҡа үҙ фекерен белдерҙе.
– Йәмәғәт палатаһының яңы составын формалаштырыуҙы кисектереүҙең, кандидаттар тәҡдим итеүҙе ойоштороуҙан тыш, башҡа етдирәк сәбәптәре лә бар. Эпидемиологик көрсөк осоро һәм уның менән көрәш кемдең кем булыуын, хөрмәткә лайыҡ йәмәғәтселәрҙе, яңы геройҙарҙы асыҡ күрһәтте. Тап улар яңы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы сифатында республика халҡының мәнфәғәттәрен ысынлап яҡлаясаҡ, ҡоро һүҙ һөйләмәйәсәк. Әле үк кемдең йәмғиәт проблемаларынан “үҙизоляцияға китеүе”, кемдең барлыҡ һаҡлыҡ сараларын ҡулланып, кешеләргә ярҙам итеү юлдарын эҙләүе асыҡ күренә. Күп кенә йәмәғәт ойошмаларының бөгөн ултырыш уҙғарырға ваҡыты ла юҡ, улар табиптарға, оло йәштәге кешеләргә, мохтаждарға ярҙам итә, – тине ул.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: республиканың Йәмәғәт палатаһының яңы составын формалаштырыу 30 мартта башланғайны. Ул 30 кешенән тора һәм “Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы тураһында”ғы законға ярашлы ойошторола.
Фото: op.bashkortostan.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ya-i-sostavti-buldiriu-kisekterel-216302/
Читайте нас