Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Апрель 2020, 11:20

 Тарихын, шәжәрәһен белгәндең киләсәге ышаныслы

Солтанбәк урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Айгиз Ғиләжев башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалия Марат ҡыҙы Факкарова етәкселегендә эҙләнеү-тикшеренеү эше башҡара.

Йәнтөйәк” район-ара гәзите Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, БР «Ағинәй» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә иғлан иткән Ырыуым һәм нәҫелем тарихы” конкурсына эҙләнеү-тикшеренеү эштәре килә башланы. Үҙизоляция режимында уҡыусыларҙың өлкәндәр менән бергәләп, нәҫел ағастарын төҙөүе, ауыл тарихын, ер-һыу атамаларын өйрәнеүе ҡыуаныслы. Туған телебеҙгә, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү уятыу йәһәтенән әүҙем эшмәкәрлек алып барған Солтанбәк урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалия Факкарова ла был конкурстан ситтә ҡалманы. Ижади эшләүсе уҡытыусы 6-сы класс уҡыусыһы Айгиз Ғиләжев менән бик матур йөкмәткеле, фәһемле эш башҡарып ебәргән. Афарин!
«Шәжәрә – нәҫел ағасы тигән һүҙ. Ябай ғына бер һүҙ һымаҡ. Ә уның аҫылына төшөнһәң, ни ҡәҙәр мөғжизә. Ете быуынын белгән кеше элек-электән ысын кеше тип иҫәпләнгән. Был һис тә юҡҡа түгел. Ошо юҫыҡта уҡыусылар менән нәҫел ағасын өйрәнеү буйынса эш алып барабыҙ, шәжәрә төҙөйбөҙ. Мәҫәлән, тырыш уҡыусым Айгиз Ғиләжев һәм уның ғаиләһе менән тикшеренеү эше башҡарҙыҡ. Ауыл тарихын өйрәнеп, белгәндәребеҙҙе иҫкә төшөрҙөк, 12 быуынға тиклем нәҫелебеҙҙе барлап, шәжәрә төҙөнөк, күренекле кешеләребеҙ хаҡында мәғлүмәт тупланыҡ. Уҡыусылар менән ошондай тикшеренеү эштәре башҡарыу оло әһәмиәткә эйә. Илен белмәгән – белекһеҙ, нәҫелен белмәгән – намыҫһыҙ, тиҙәр. Шуның өсөн беҙ барыбыҙ ҙа үҙ нәҫелебеҙҙең тамырҙарын, тыуған еребеҙҙең тарихи үткәнен белергә һәм өйрәнергә бурыслы”, - тине Розалия Марат ҡыҙы.
Эҙләнеү эшемдең һөҙөмтәләре буйынса шундай һығымтаға килдем:

- шәжәрәм бай һәм мәртәбәле;

- шәжәрәне белеү – нәҫелеңә һәм үҙ–үҙеңә ихтирам һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү икәненә инандым;

- ваҡытында күберәк эҙләнергә, һорашырға, һуңламаҫҡа кәрәк тигән фекергә килдем;

- киләсәгебеҙ тыныслыҡта, бәхетле тормошта үтеренә ышанам, - ти Айгиз Ғиләжев. - Әлеге ваҡытта төҙөлгән шәжәрәлә 12 быуын кешеләре теркәлгән. Артабанғы тикшеренеүҙәрҙә быуыныбыҙҙы тағы ла тәрәнерәк өйрәнеүҙе, киңерәк тармаҡтарҙы асыҡлауҙы күҙ уңында тотабыҙ. Ҡарт олатайҙарым һәм нәҫелемдәге ир-егеттәрҙең Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һәм тыныс тормошта ла ил һағында булыуы менән ғорурланам".

Шулай итеп...
Тамырын тойған ағас ҡына үҫә, нығый, емеш бирә, ә тамырһыҙы ҡорой. Үҙ нәҫел тамырҙарыбыҙҙы өйрәнәйек, ата-бабаларыбыҙҙы онотмайыҡ, йолаларыбыҙҙы үтәйек, ырыу тамғаларыбыҙҙы беләйек.
Наилә Имаева.

Читайте нас