Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Апрель 2020, 10:35

Көндәлек бурыстар онотолмай

Аҙна һайын Хөкүмәттә үткәрелгән оператив кәңәшмәләрҙә күтәрелгән мәсьәләләр йәшәйешебеҙҙең иң мөһим өлкәләренә ҡағыла ине. Һуңғы ваҡытта бөтә донъяны борсоған бер мөһим проблема өҫтәлде – ул да булһа, республикала коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү һәм ошо сәбәпле кешеләрҙең ғүмерен һаҡлау. Шуға күрә көн тәртибенең күп өлөшө ошо темаға бәйле. Әммә был аҙнала яҙғы сәсеү, юлдарҙағы соҡорҙарҙы һанлаштырыу һәм ремонтлау, мәшғүллек кеүек темалар ҙа ситтә ҡалманы.



Эшләгән предприятиелар һаны артырмы?

Бөгөндән алып республикала оптика салондары һәм бөҙрәханалар асыла. Был турала Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров хәбәр итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров асыласаҡ салондарҙы бик етди тикшерергә ҡушып, ни бары санитар-эпидемиологик талаптар үтәлгән саҡта ғына эшләргә рөхсәт биреләсәк, тине.

– Ҡағиҙәләрҙе боҙған предприятиелар кире ябыласаҡ. Мотлаҡ шарт – эш урынында битлек, бирсәткә файҙаланыу, бөтә ерҙе эшкәртеү һәм дистанция һаҡлау. Үткән аҙнала ломбардтарҙа тикшереү булды, ҡайһы берҙәрендә етешһеҙлектәр асыҡланды, улар ябылды. Шулай уҡ магазиндарҙа ла үткәрелгән тикшереүҙәр етешһеҙлектәрҙе асыҡланы. Улар бер ни тиклем ваҡытҡа ябылды, проблеманы хәл иткәс кенә асылдылар, – тине Андрей Назаров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән аҙнала 974 предприятиеға эшләргә рөхсәт бирелгәйне.

Медицина штабы булдырыла

– Республикала коронавирустан бер кеше һәләк булды. Эйе, уға 67 йәш, уның хроник сирҙәре күп булған, тик һәр кеше өсөн көрәшергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Министр белдереүенсә, бер нисә пациент бик ауыр хәлдә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус менән хәлгә бәйле медицина штабы булдырырға тәҡдим итте.
– Медицина штабы булдырырға һәм уның ултырыштарын “Һаулыҡ сәғәте” кеүек ситтән тороп үткәрергә тәҡдим итәм. Унда йоғошло ауырыуҙар дауаханаларының, ҡайҙа карантин булдырылған, шул дауаханаларҙың баш табиптарын саҡырыр кәрәк. Штаб ултырыштарында баш табиптар хәл менән таныштырып, нимәләр етмәүе, ниндәй ҡорамалдар кәрәк булыуын белдерәсәк, пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы тураһында мәғлүмәт бирәсәк. Улар йә шишәмбе, йә йома үткәреләсәк.

Талаптарҙы бөтәһе лә үтәмәй

Үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы нисек үтәлә? Был айырыуса сит илдәрҙән, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡайтҡан сирлеләр менән, айырыуса Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына ҡағылышы булғандарға ҡағыла. Дөйөм алғанда, 10777 адрес тикшерелгән. Уларҙың 93 проценты талаптарҙы үтәй. Тәүҙә кешеләрҙең ни бары 37 проценты ғына үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын үтәй ине.

– Республика клиник дауаханаһына бәйле, беҙгә 3238 адрес буйынса йәшәгән кешеләр хаҡында мәғлүмәт килде. Әле режимды халыҡтың 89 проценты күҙәтә. Талапты боҙған 81 кеше асыҡланған (өс процент). Биш процент күрһәткән адрес буйынса йәшәмәй, – тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова.

65 йәштән өлкән кешеләр һәм хроник сирлеләр буйлап та йөрөү күҙаллана. Барлығы 35 мең адрес буйынса тикшереү үткәреләсәк.

Рәсәй Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 1 марттан 12 апрелгә тиклем Рәсәй сиктәрен 23409 Башҡортостан кешеһе үткән. Уларҙың 12-13 меңе даими рәүештә республикала йәшәй. Бөгөн уларҙың 539-ы ике аҙналыҡ карантинда. Ҡалғандары был осорҙо үткәрҙе һәм башҡалар өсөн хәүеф тыуҙырмай.

Төп проблема – кадрҙар

Ваҡыт нисек кенә тығыҙ булмаһын, Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәләрҙә ауыл хужалығы тармағын ситтә ҡалдырмайҙар. Айырыуса әле, сәсеү эштәре башланған саҡта.

Үткән ялдарҙа Дүртөйлө, Илеш, Миәкә, Шаран һәм Кушнаренко райондарының ауыл хужалығы предприятиелары яҙғы сәсеүгә төшкән. Был турала Премьер-министр урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Дөйөм алғанда, тағы 17 район эште башлаған.

Ҡышҡы культуралар хәле былтырғы менән сағыштырғанда күпкә яҡшыраҡ. Ауыл хужалығы предприятиелары минераль ашламалар һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары менән 61 про­центҡа тәьмин ителгән. Был күрһәткестәр буйынса Саҡмағош, Бүздәк, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән райондары алдынғылар рәтендә. Быйыл баҫыу эштәрен башҡарыу өсөн 80 мең тонна минераль ашлама кәрәк.

Транспортҡа килгәндә, трактор һәм тағыл­маларҙың 67 проценты техник тикшереү үткән. Бында Архангел, Нуриман, Ҡариҙел, Әбйәлил, Йәрмәкәй, Саҡмағош райондары алдынғыларҙан.

Яҙғы баҫыу эштәренә федераль һәм республика бюджеттарынан йәмғеһе 1 миллиард 92 миллион һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана.

Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, төп проблема – кадрҙар.

– Бөгөн эшсе кадрҙарға ҡытлыҡ бар, тармаҡҡа 1,5 меңдән ашыу кеше талап ителә. Шул иҫәптән 477 механизатор, 215 водитель, 101 үҫемлекселек белгесе, 184 малсы, 214 машина менән һауыу операторы, 186 комбайнсы кәрәк. Шул уҡ ваҡытта предприятиелар мәшғүллек үҙәктәренә ни бары 688 ғариза биргән. Яҙғы осор тармаҡ өсөн бик мөһим. Шуға күрә район хакимиәттәре башлыҡтарына һәм предприятие етәкселәренә был проблемаға иғтибар итергә һәм үҙәктәр аша кешеләр эҙләргә тәҡдим итәм. Бынан тыш, ауыл хужалығы предприятиеларына ярҙам күрһәтеү маҡсатында миҙгел эштәренә эшһеҙҙәрҙе һәм вахта менән эшләгәндәрҙе йәлеп итергә йыйынабыҙ, – тине министр.

Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, баҫыу эштәренә аграр университет студенттарын йәлеп итеү мәсьәләһе лә ҡарала. Быйыл 800 өлкән курс студентын саҡырыу тураһында һүҙ бара.

Эшһеҙ ҡалып ҡуймайыҡ

Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе шарттарында иҡтисад ҙур зыян күрә. Күптәргә эшен юғалтыу ҡурҡынысы янай. Хөкүмәт вице-премьеры Ленара Иванова белдереүенсә, әле республикала 1962 кеше эшен юғалтыу хәүефе алдында тора. Был персоналды ҡыҫҡартыу йәки предприятиены ябыуға бәйле.

“Работа в России” порталы күрһәткестәренә ярашлы, 10 апрелгә ҡарата республикала 8418 кеше тулы булмаған эш көнө эшләй, 17742 кеше эшләүҙән туҡтап торған, 1275 кеше хеҙмәт хаҡы һаҡланмаған ялға ебәрелгән, дистанцияла 33,5 мең кеше эшләй.

Бынан тыш, оператив кәңәшмәлә соҡорҙарҙы һанлаштырыу, дистанцияла уҡыуҙы ойоштороу, ирекмәндәр эшмәкәрлеге һәм башҡа мөһим темалар ҡаралды. Ауыр шарттарға ҡарамай, власть үҙенең көндәлек бурыстарын онотмай һәм теүәл башҡара.

Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/k-nd-lek-burystar-onotolmay-/
Читайте нас