Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
14 Апрель 2020, 05:45
Инсультты таный белергә өйрән
Инсульттың өс билдәһе бар, әгәр ҙә билдәләрҙең береһе генә күҙәтелһә лә ваҡытты һуҙмаҫҡа кәрәк!
Инсульт булғанда кинәт кенә ҡан баҫымы күтәрелә, күҙ күреме насарлана, әйберҙәр ике булып күренергә мөмкин. Биттең йәки тәндең бер яғы ойоғандай тойола, кинәт кенә баш өйәнәге башлана.
Инсультты таныуҙың өс билдәһен иҫтә ҡалдырырға ҡуша табиптар: йылмайырға, һөйләшеп ҡарарға һәм ике ҡулды күтәреп ҡарарға кәрәк.
Инсульт булғанда йылмайыу "ҡыйыш" булырға мөмкин, сөнки бер яҡтың мускулдары "тыңламай" башлаясаҡ. Кеше үҙ исемен дә әйтә алмаҫҡа мөмкин. Инсульт кисереүсе ике ҡулын бер төрлө итеп күтәрә алмаҫҡа мөмкин, сөнки бер яҡтың мускулдары уны "тыңламаясаҡ". Шунлыҡтан әлеге билдәләр күҙәтелһә, киҫекмәҫтән табип саҡыртырға кәрәк.
Фото: Zen.yandex.ru
Автор: Самат Ғәлин
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Insultti-taniy-belerg--yr-n-216507/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"