Коронавирус инфекцияһы эҙемтәләре менән күҙмә-күҙ осрашҡан табип бына нимә тип яуап биргән: “Коронавирус инфекцияһы кешенең үпкәһенә генә түгел, башҡа ағзаларына ла зыян килтерә, бигерәк тә һуңғы стадияла. Ваҡытында төплө диагностика үткәреү пациенттың ғүмерен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә.
Беҙ күберәк коронавирус нигеҙендә хасил булған пневмония хаҡында һүҙ йөрөтәбеҙ, әммә вафат булған пациенттарҙы тикшереү һөҙөмтәһендә вирустың микроциркуляр кимәлдә барлыҡ ағзаларҙа ла елһенеү барлыҡҡа килтереүе асыҡланды.
COVID-19 вирусы айырыуса диабеттан һәм һимереүҙән яфаланғандар өсөн хәүефле, пациенттың йәше мөһим түгел”.
Уның фекеренсә, үлем осраҡтарын кәметеү өсөн ваҡытында үпкәгә томография үткәреү зарур. Был пациенттың хәлен һәм сирҙең кимәлен билдәләргә ярҙам итә.
Фото:
openclinics.ru