Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Апрель 2020, 06:05

Ә һеҙ бәйгелә ҡатнашаһығыҙмы?

Урмияҙ ауылынан апалы-ҡустылы Алина һәм Адель Усмановтар һүрәт төшөрөп ебәргән дә инде!

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, Район клуб-китапхана системаһы һүрәттәр конкурсы иғлан итте. “Рәссам”дар ижади эштәрендә яу яланын, тылдағы хеҙмәтте, Еңеү көнөн сағылдыра ала. Конкурстың маҡсаты: халҡыбыҙҙа тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу, ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһон тәрбиәләү, һәләттәрен үҫтереү.

Урмияҙ ауылынан апалы-ҡустылы Алина һәм Адель Усмановтар һүрәт төшөрөп ебәргән дә инде! Улар буш ваҡыттарында һүрәт төшөрөргә ярата, шуға ла конкурс тураһында белгәс, ихлас ҡатнашырға була.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: конкурста теләгән һәр кем ҡатнаша ала, йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Рәсемдәр А4 форматынан кәм булырға тейеш түгел. Эштәр төрлө техникала башҡарылырға мөмкин (майлы буяуҙар, акварель, төҫлө ҡәләмдәр, аҡбур). Конкурс эштәрен 6 майға тиклем Район клуб-китапхана системаһының “Бәйләнештә” төркөмөнә ебәрергә кәрәк. Һүрәт аҫтына исем-шәрифтәрегеҙ яҙылыуы мотлаҡ.

Наилә Имаева.

Читайте нас