Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Апрель 2020, 05:30

Документтар тапшырыу ваҡыты оҙайтыла

Илдәге ҡатмарлы хәл-торошҡа бәйле республикабыҙҙа “Юғары әҙерлек” режимы иғлан ителеү сәбәпле, документтарҙы тапшырыу 2020 йылдың 11 майына тиклем оҙайтыла.

Башҡортостанда Ғаилә сәйәсәте концепцияһын тормошҡа ашырыу нигеҙендә “Атай фиҙакәрлеге” тигән тәүге йәмәғәт наградаһы булдырылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.
Награданың маҡсаты – балаларын лайыҡлы тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған, республика йәки муниципаль берәмектең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан абруйлы атайҙарҙы таныу һәм дәртләндереү.
Положениеға ярашлы, тәҡдимдәр 15 апрелгә тиклем ебәрелергә тейеш ине. Илдәге ҡатмарлы хәл-торошҡа бәйле республикабыҙҙа “Юғары әҙерлек” режимы иғлан ителеү сәбәпле, документтарҙы тапшырыу 2020 йылдың 11 майына тиклем оҙайтыла. Материалдарҙы Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Аппаратының электрон почтаһына - oprb2011@mail.ru “Атай фиҙакәрлеге” тигән билдә менән ебәрергә.
Баһалама комиссияһы лайыҡлы кандидатураларҙы Йәмәғәт палатаһы Советы ҡарамағына тәҡдим итәсәк. Һөҙөмтәләр Палатаның сайтында баҫыла.
Һорауҙар менән Йәмәғәт палатаһы Аппаратының ойоштороу бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8 (347) 280-82-36.
Фото: kokurka.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Dokumenttar-tapshiriu-va-iti-o-aytila-217089/
Читайте нас