Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Апрель 2020, 13:45

Дауаханала шлюз ойошторопа

Бөгөнгө брифингта Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы яҙмышына, эшмәкәрлегенә ҡағылған һорауҙар байтаҡ булды.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, дауаханала эш бара, бөтә пациенттар ҙа төп сирҙәре буйынса дауалана, коронавирус раҫланған ауырыуҙар махсус дауа ала. Шәхси һаҡланыу саралары, препараттар етерлек. Баш санитар табиптың күрһәтмәләрен үтәү буйынса етешһеҙлектәр бөтөрөлә.
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова әле дауахананың стеналарын емереү эше бара, тип белдерҙе.
«Инеү урыны яһалды һәм шлюз ойошторолдо. Шулай итеп, терапия профилендәге өс бина “таҙа” һәм “бысраҡ” зоналарға бүленә. Кем “таҙа” зонала эшләй, улар элеккесә өсөнсө кимәлдәге стационар булараҡ эшмәкәрлеген дауам итәсәк. “Бысраҡ” зонала 20 апрелдән Govid-19 госпитале эш башлаясаҡ, әгәр хеҙмәткәрҙәр эшләргә риза булһа, - тине Ирина Кононова. - Әгәр риза булмаһалар, персоналды башҡа учреждениеларҙан йәлеп итәсәкбеҙ”.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Dauahanala-shlyuz-oyoshtorola-218923/
Читайте нас