Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Апрель 2020, 15:00

“Барыһына ла ҙур рәхмәт!”

Асҡын ауылында йәшәүсе Гөлназ Ғәйнелйәнова әсәһе Флүзә Әүхәт ҡыҙы менән социаль юллама буйынса Анапа ҡалаһында шифаханала ял итеп ҡайта.

Флүзә апай Әфтәхова ҡыҙы, 1-се төркөм инвалиды Гөлназ Ғәйнелйәнова менән күптән түгел Краснодар крайында шифаханала ял итеп ҡайта. Ошо уңайҙан Флүзә Әүхәт ҡыҙы шылтыратып, тәьҫораттары менән бүлеште һәм район етәкселегенә ҙур рәхмәтен белдерҙе.

- Бишенсе балам тыумыштан ауыр сиргә дусар булып, инвалид ҡалды. Бөгөн инде уға 19 йәш, ҙур ҡыҙ булды. Үҙе бик һәләтле, күҙҙәре күрмәһә лә ырғаҡ менән бәйләргә өйрәнде, Солтанбәктә йәшәгәндә уҡытыусылар өйгә килеп уҡытты. Үткән йыл район хакимиәте ярҙамы менән Асҡын ауылында йортло булдыҡ. Хәҙер дауаханаға барырға ла яҡын, яңы өйөбөҙҙә уңайлыҡтар ҙа бар. Рәсәй Пенсия фонды тарафынан дәүләт социаль ярҙамы алырға тейешлеләрҙең федераль реестрына индерелеүсе булараҡ, медицина күрһәтмәһе буйынса төп сирҙәрҙе профилактикалау маҡсатында шифахана-курорттарҙа дауаланыуға путевка алыу өсөн 2017 йылда сиратҡа баҫҡайным. Мин аҡсалата түләү файҙаһына социаль пакеттан баш тартмағайным. Март айында Социаль страховкалау аша ҡыҙым менән икебеҙгә шифаханаға юллама бирҙеләр. Ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы. Үҙ ғүмеребеҙҙә беренсе тапҡыр Рәсәйҙән ситтә ял итеп ҡайттыҡ. Беҙ шифаханаға юлланғанда ил-көндәр тыныс, коронавирус таралыу хәүефе юҡ ине. Анапала “Кубань” шифаханаһында ял иткәндә инфекциянан һаҡланыу саралары тураһында һөйләп торҙолар. Унда туҡланыу ҙа, дауалау ҙа бик яҡшы ойошторолғайны. Ҡыҙым коляскала булғас, ашарға контейнерҙарҙа бүлмәгә үк килтереп бирҙеләр, тышҡа сыҡҡанда ла, процедураларға барғанда ла һәр саҡ ярҙам иттеләр. Асҡындан Өфөгә барғанда ла, шифахананан кире ҡайтҡанда ла хакимиәттән машина менән ярҙам иттеләр. Шуға Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихинға, уның урынбаҫары Анатолий Александрович Щербининға оло рәхмәтемде еткерәм. Уларға халҡыбыҙ мәнфәғәтенә башҡарған эштәрендә уңыштар теләйем. Әле беҙ өйҙә, карантинда ултырабыҙ. Аҙыҡ-түлек алып килергә ирекмәндәр ярҙам итә. Барыһына ла рәхмәт, - тип хис-тойғоларын һәм рәхмәттәрен белдерҙе Флүзә Әфтәхова.

Ауырлыҡтарға бирешмәгән Флүзә Әүхәт ҡыҙы хаҡында тулыраҡ гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ.

Наилә Имаева.

Читайте нас