Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Апрель 2020, 11:35

Тырышып уҡырға ла, конкурстарҙа ла ҡатнашырға өлгөрәләр

«Дистанцион уҡыуға өйрәндек инде», - ти Урмияҙ ауылында йәшәүсе өс бала әсәһе Светлана Рәбит ҡыҙы.

Уҡыусылар икенсе аҙна ситтән тороп уҡый. Был режимға ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа күнегеп тә китте һымаҡ.
Дистанцион уҡыуға өйрәндек инде. Тәүге бер-ике көндә генә көсөргәнешле булды, әлбиттә. Хәҙер балалар үҙҙәре Интернетҡа инеп, кәрәкле уҡыу платформаһында ултыра. Уҡытыусылар яҡшы аңлата, үҙ-ара бәйләнеш бар, ҡыҙҙар өйгә эште лә ваҡытында эшләп ебәрә. Яңыса уҡыуға өйрәнһәк тә, барыбер балаларҙың мәктәпкә барғылары килә. Уҡытыусыларҙы ла, дуҫтарҙы ла һағындыҡ,тиҙәр. Беҙгә, ата-әсәләргә лә, балалар мәктәпкә йөрөп уҡыһа, тынысыраҡ һымаҡ. Шуға барыбыҙ ҙа илдә эпидемиологик хәлдең яҡшырыуын, коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе туҡтауын теләйбеҙ”, - ти Светлана Рәбит ҡыҙы.
Светлана һәм Фидель Усмановтар өс бала тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙҙары Снежанна - 6-сы, ә Алина 4-се класта белем ала.Ҡыҙҙар тырышып уҡыуы менән бер рәттән, төрлө бәйгеләрҙә, онлайн-конкурстарҙа ла ҡатнашып, уңыштар яулай. Апайҙары һымаҡ аҡыллы, егәрле булып Адель улдары ла үҫеп килә. Уға ете йәш. Теремек малай һүрәт төшөрөргә ярата, апайҙары менән шашка уйнарға ла өйрәнгән. Ҡыҫҡаһы, Усмановтарҙың балалары үҙизоляция режимында дистанцион уҡыуыҙа ла һынатмай, буш ваҡыттарын да файҙалы үткәрә.
Наилә Имаева.
Светлана Усманова фотолары.
Читайте нас