Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Апрель 2020, 05:06

"Тәүге йөҙ данаһы әҙер"

Йырсылар, артистар өйҙә йырлап, онлайн-концерт ҡуйып ҡына көн үткәрә тип уйлайһығыҙмы? Юҡ. Ана Илһөйә Бәҙретдинова буш ваҡытта медицина битлектәре тегә башлаған.

Йөҙ дана әҙер, улар ауылдаштарға бушлай таратыласаҡ, тип хәбәр итә йырсы үҙенең Инстаграмдағы сәхифәһендә. Бөгөн Илһөйә Бәҙретдинова тыуған ауылы Иҫке Шөғөрҙә.

"Быны әллә ни ҙур, маҡтанырлыҡ эшкә һанамайым, бары тик ҡулдан килгәнсә ярҙам иткем килде. Һәр бер ауылға райондан шундай эш ҡушылған - 300 битлек тегергә кәрәк. Ауыл халҡының эше ғүмер-ғүмергә күп бит инде, быға ваҡыттары ла етмәҫкә мөмкин. Ауыл советы рәйесе менән һөйләшеп, үҙем тегергә булдым. Әлегә йөҙ битлек әҙер. Туҡымаға килгәндә, үҙем һатып алманым, райондан бирҙеләр. Мин тегеп кенә биреүсе. Кемгә кәрәк, ауыл советынан килеп алһындар. Мөмкинлеге булмағандарға ирекмәндәр илтеп бирәсәк. Бөгөн кистән икенсе йөҙлөктө тегә башлайым, Алла бойорһа. Ауырымайыҡ! Өйҙә ултырайыҡ!" – тип яҙҙы Илһөйә Бәҙретдинова. Йырсыға "афарин!"дан башҡа нимә тип әйтәһең инде!

Фото: rsloboda-rt.ru
Автор: Самат Ғәлин
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/T-ge-y--dana-i--er-215346/
Читайте нас