Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Апрель 2020, 04:55

Тәбиғәттә яҙ тантана итә

Донъяла һәм илдәге ҡатмарлы хәлдәргә ҡарамай, тәбиғәттә яҙ тантана итә. Тәүге сәскәләр – умырзаялар, үгәй инә үләне морон төртә. Ҡырҙа, тау буйҙарында, йыуа кеүек ашарға яраҡлы үләндәр баш ҡалҡыта.

Әлбиттә, үҙаллы изоляция шарттарында ҡала кешеләре ҡырға ла артыҡ йөрөй алмай быйыл. Ә ауыл халҡы, мал-тыуары ҡырға сыҡҡас, өйөндә бикләнеп ята алмай, әлбиттә. Социаль селтәрҙәрҙә беҙҙең төркөм дуҫтары ла тәбиғәттәге тереклекте фотоға төшөрөп һала башланы.
Ирәндек тауҙарында тәүге умырзаялар сәскә атҡан. Ғәҙәттә, Баймаҡ тарафтарында умырзая апрель аҙағына сәскә ата, ҡоштар кеүек быйыл улар ҙа иртәләгән.
“Ҡәйнешем ҡарға йыуаһы алып килеп ашатты. Шөкөр, морон йәшҽлгә тҽйҙҽ. Алла бирһә, былай булғас, вирусҡа бирешмәҫбеҙ. Бҽрәй көн йыуаға ла барырға ниәтләп торам әлҽ. Былтыр улым мҽнән барып, яҙғы тәбиғәткә һоҡланып, саф һауа һулап ҡайтҡайныҡ. “Иҫкҽ ауыҙға – яңы аш, зәңгҽ, ҡас, ҡас”, - тип ашарға кәрәк яҙҙың тәүге һыйҙарын”, - тип яҙа Йылайыр районынан Гөлдәр апай Кәлимуллина.
Әммә тәбиғәт менән бергә талпандар уянды. Уларынан да һаҡ булайыҡ!
Фотолар: “Бәйләнештә”.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/T-bi-tt-ya-tantana-it-215371/
Читайте нас