Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Апрель 2020, 13:32

Ирекмән егет ярҙамға ашыға

Мутайылға ауылында йәшәүсе Динис Шәймиев киләсәккә матур пландар ҡороп, ышаныслы атлай.#Геройҙардәүере#ВремяГероев

Бөтә Башҡортостан халҡына йәшәгән урыны буйынса үҙаллы изоляцияға китеү тураһындағы Указ үҙ көсөнә инеү менән, районыбыҙҙа ла ирекмәндәр эше йәйелдерелде. Ете ауылды үҙ эсенә алған Мутабаш ауыл биләмәһендә лә ирекмәндәр әүҙем эшләй.

Мутайылғала йәшәүсе Динис Шәймиев беренселәрҙән булып ирекмән булырға теләк белдерә. Ул үҙенең шәхси автомобилендә үтә хәүефле төркөмдә һаналған оло йәштәгеләргә, ауыр шарттарҙа йәшәгән ғаиләләргә аҙыҡ-түлек, дарыу һәм көндәлек әйберҙәр килтереп бирә.

- Кешеләргә ярҙам итеү миңә оҡшай. Йыш ҡына ауылдаш егет Илвир Зөбәйеров менән заявкалар илтәбеҙ. Күпселектә Сат, Йәнкиҫәк, Мутайылға ауылдары буйынса йөрөйбөҙ. Бөгөн Яңы Мутабаштан оло апаны документ эштәре буйынса Асҡынға йөрөтөп алып ҡайттым. Район үҙәгендә булғанда Йәштәр бүлегенә инеп, уларҙың заявкаларын да таратышырға ярҙам итәм. Үҙебеҙ ҙә һаҡлыҡ сараларын теүәл үтәйбеҙ, битлек һәм бирсәткәләр кейеп, дистанцияны онотмайбыҙ. Ирекле халыҡ дружинаһы ағзаһы булараҡ рейдтарға сығам, бергәләп коронавирус менән бәйле сараларҙың үтәлешен тикшерәбеҙ, халыҡ араһында аңлатыу эштәрен алып барабыҙ, - тип һөйләне Динис.

Йәш егет бер нисә йыл Себер яҡтарында эшләп ҡайта. Әле ситтән тороп Бөрө политтехник техникумында белем ала. Киләсәккә маҡсаттары һәм пландары ла аныҡ, маҡтауға лайыҡ. Динис тыуған ауылында төпләнеп, ошонда фермерлыҡ эшен асыу теләге менән янып йөрөй. Район хакимиәте башлығы Ришат Дихин үткәргән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә лә ҡатнашҡан. Әлбиттә, етәкселек маҡсатсан, йүнсел егеткә ярҙам итергә әҙер. Мәғлүмәт-консультация үҙәге менән берлектә кәрәкле документтарҙы тултырып ебәргәндәр. Районыбыҙ үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә теләгән Динис Шәймиевкә уңыштар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

Читайте нас