Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
13 Апрель 2020, 17:23
“Чернобыль” союзының вәкиллеге асылды
Халыҡ-ара радиация авариялары һәм фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алыу көнө алдынан Башҡортостандың “Чернобыль” инвалидтар һәм ветерандар төбәк йәмәғәт ойошмаһы “Рәсәйҙең “Чернобыль” союзы” йәмәғәт берекмәһе составына инде.
Дөйөм Рәсәй союзы радиация йоғонтоһона дусар булған граждандарҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының мәнфәғәттәрен сағылдырған 70-тән ашыу төбәк йәмәғәт ойошмаһын үҙ эсенә ала. “Чернобыль” союзының Үҙәк идараһы Башҡортостанда үҙ вәкиллеген асты. Гүзәлиә Михеева уның етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Был структур подразделение “Чернобыль” төбәк йәмәғәт ойошмаһы нигеҙендә эшләй.
Әйткәндәй, ойошма ағзалары тырышлығы менән республикабыҙҙың баш ҡалаһында 2019 йылда Чернобыль фажиғәһен һәм башҡа радиация аварияларын бөтөрөүҙә ҡатнашҡан батырҙарға һәйкәл асылғайны.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Chernobil-soyuzini-v-killege-asildi-217249/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"