Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы Анна Казак белдереүенсә, республикала талпандан тешләнгән кешеләр бар, өҫтәүенә сысҡан биҙгәгенә юлығыу хәүефе арта.
Анна Казак баҡса эштәрен барлыҡ һаҡланыу сараларын үтәп, битлек һәм бирсәткәләр кейеп, билдәле ҡағиҙәләргә ярашлы башҡарырға саҡырҙы. Поликлиникалар әүәлге режимда эшләүен дауам итә, бары диспансерлаштырыу сроктары күсерелде, тине ул.
Брифингта ҡатнашыусыларға тағы бер күңелһеҙ, әммә тормошсан һорауға яуап бирергә тура килде. Коронавирустан вафат булғандарҙы нисек ерләргә? Тәртибе нисек? Анна Казак әйтеүенсә, моргтағы мәйет яҡындарына ерләү өсөн махсус хеҙмәт тарафынан әҙер көйө тапшырыла. Вирус күҙәнәк эсендә булғас, уның бүленеп сығыу хәүефе юҡ. Тик бөтә эпидемиологик сараларҙы еренә еткереп үтәү мөһим, тип белдерҙе баш табип.