Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Апрель 2020, 07:20

Серле йыһан

12 апрель- Космонавтика көнөнә арнап, Табаҫҡытамаҡ мәктәбе уҡыусылары өйҙә ултырғанда “Серле йыһан” темаһына һүрәттәр һәм аппликациялар эшләй.

1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагарин «Восток» карабында Ер шарын урап сыға һәм бөгөн был тарихи дата Космонавтика көнө булараҡ билдәләнә. Тәүге осош менән Рәсәй донъяла үҙен космос серҙәрен асыусы булараҡ танытһа, космонавтар милли геройҙарға әйләнә. Заман үҙгәрһә лә, ҡараш шул килеш. Бөгөн дә йәш быуын өсөн Йыһан - серле донъя, ә космонавтар бөйөк һөнәр эйәһе булып ҡала.

Табаҫҡытамаҡ мәктәбе уҡыусылары үҙҙәренең күҙаллауҙары, ҡараған йәнһүрәттәре, кинолары буйынса өйҙә ултырғанда йыһан темаһына бик матур һүрәттәр һәм аппликациялар яһай. Афарин, уҡыусылар!

Наилә Имаева.

Сығанаҡ: https://vk.com/public186453760?w=wall-186453760_278

Читайте нас