Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Апрель 2020, 18:20

Һәр тәүлек - батырлыҡҡа һынау

Бөгөн илебеҙҙең табиптары, шәфҡәт туташтары йәшәү өсөн көрәштең алғы һыҙығында. Быны танымау мөмкин түгел. Һәр тәүлек улар өсөн кисерештәр, борсолоуҙар, фиҙакәрлек менән үтә. Хоҙай уларға сабырлыҡ, һаулыҡ насип итһен. Бөгөн беҙҙе ниндәй яңылыҡтар көтә?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған брифингта илдәге һәм республикалағы хәлгә байҡау яһалды. Министр Максим Забелиндың әйтеүенсә, Башҡортостанда инфекцияны йоҡторғандар - 84, шуларҙың 62-һе дауаханаға һалынған, ҡалғаны өй шарттарында дауалана. Шик аҫтына алынғандар – 236 кеше, шул иҫәптән 11 бала, улар стационарҙа.
Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы Анна Казак республикала бөтәһе 18 404, ә тәүлек эсендә ике меңгә яҡын тест үткәрелеүен белдерҙе. "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы бүлек начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Венер Изекәйев республикала коронавирус менән бәйле хәлгә анализ яһаны. Октябрьский, Бәләбәй үҙәк дауаханаларында, Стәрлетамаҡтағы 1-се һәм Бөрө ҡала дауаханаларында, Нефтекамалағы психоневрология интернатында, Раевка поликлиникаһында изоляция саралары үткәрелә.
Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында инфекция таралыу менән бәйле ваҡиғаға туҡталып, һаулыҡ һаҡлау министры хеҙмәткәрҙәр араһында ҡурҡыу, ығы-зығы булмауын, бөтә эпидемиологик сараларҙың үтәлеүен белдерҙе. Уның раҫлауынса, туҡланыу, ял итеү өсөн шарттар булдырылған. Пациенттар тамам һауыҡҡас, ике тапҡыр анализ тапшырып, инфекция булмауы раҫланһа, өйҙәренә ҡайтарыласаҡ.
Алдан хәбәр итеүҙәренсә, республикала дүрт шәхси лаборатория эш башлап, теләгән һәр кемгә түләүле тест үтеү мөмкинлеге бар ине. Бөгөнгө брифингта һөйләшеү барышында әлегә был хеҙмәтләндереүҙең тейешенсә ойошторолмауы асыҡланды.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/r-t-lek-batirli-a-inau-215161/
  • Читайте нас