Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Апрель 2020, 13:00

Күҙҙәр арымаһын өсөн...

Бөгөн күптәрҙең көнө компьютер янында уҙа. Әлбиттә, күҙгә көс төшә. Табип-офтальмологтар белдереүенсә, көсөргәнеште кәметергә махсус күҙлек ярҙам итә ала.


Күреү һәләтен яҡшыртыу өсөн түбәндәге ысул да яҡшы. Ҡағыҙға баҫтырылған тексты ҡулға тотоп, әкрен-әкрен (хәрефтәр танылмай башлағансы), күҙгә яҡын килтерегеҙ. Был ваҡытта күҙ мускулдары көсөргәнешле хәлгә килә. Ҡарашты айырмайынса, тексты ҡул һуҙымы тиклем араға йырағайтҡанда, улар йомшара. Был күнегеү ике-өс минут дауамында бер нисә тапҡыр яһала. Әгәр гел бер урынға – китапҡа йәки экранға ғына текәлеп ултырһаҡ, күҙ яҫмығын әйләндереп алған мускулдар хәлһеҙләнә, көсһөҙләнә, тимәк, уларҙы эшләтергә кәрәк.

Күҙҙәр арымаһын өсөн тағы бер нисә кәңәште иҫтә тотоғоҙ.

Дөрөҫ яҡтыртыу. Иң яҡшыһы – ике яҡтылыҡ сығанағы ҡулланыу. Береһе өҫкө – дөйөм, бөтә бүлмәгә тарала торған, икенсеһе уҡығанда ҡабыҙыла торған лампочка булһын.

Күҙҙәрҙе ял иттерегеҙ. Ҡараңғы бүлмәлә йоҡлағыҙ. Тәҙрәнән урам уттары күренеп торһа, ҡалын ҡорған ҡороғоҙ. Йоҡо бүлмәһендә телевизор бар икән, уның диодын төнгә һүндереп (йәки берәй нәмә менән ышыҡлап) ҡалдырығыҙ. Яҡты ут нөктәһе күҙҙәрҙе ярһыта.

Витаминдар ҡулланырға онотмағыҙ. А витамины балыҡ майында һәм майлы диңгеҙ балығында бар. Е витамины сәтләүектә, күрәгәлә, көнбағышта күп. Зеаксантин һәм лютеин катаракта барлыҡҡа килеүгә ҡаршы тора. Улар йәшел төҫтәге йәшелсәләрҙә (шпинат, брюссель кәбеҫтәһе, брокколи) айырыуса күп.

Фото: 900igr.net
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/K--r-arima-in-s-n-214154/
Читайте нас