Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Апрель 2020, 05:45

ЙОНДОҘНАМӘ (13 – 19 апрель)

Ялығыҙ матур үтһен! Һау-сәләмәт булығыҙ!

ҠУҘЫ
Шәхси тормошоғоҙҙа са­ғыу ваҡиға булмаҡсы. Был аҙнала һеҙгә күберәк ара­лашырға кәңәш ителә. Тиҙ арала байығыу теләге менән янып, көсөгөҙҙө бушҡа сарыфлап ҡуймағыҙ.

БУҒА
Яңғыҙ ҡалып, хис-тойғо­ла­рығыҙҙы, кисерештәрегеҙҙе барлау зыян итмәҫ. Яҡын­дарығыҙ менән низағлашмаҫҡа тыры­шығыҙ. Ял көндәрендә аҡсағыҙҙы һаҡлап тотоноғоҙ.

ИГЕҘӘКТӘР
Кеше һүҙенә ҡарамай, үҙ юлығыҙҙан барығыҙ. Ошо арала эш урынында үрләтеүҙәре ихтимал. Сәләмәт тормош алып барырға кәңәш ителә. 17-18 апрелдә кемдер аяҡ салырға маташыр, моғайын.

ҠЫҪАЛА
Башҡарған эшегеҙҙә уңыш­ҡа өлгәшеү өсөн киң мөмкинлек асылыр. Йома тырышлығығыҙҙың һөҙөмтәһен күрер­һегеҙ. Төҫ-ҡиәфәтегеҙгә иғтибар итегеҙ.

АРЫҪЛАН
Тыныс, тотороҡло аҙна көтөлә. Физик һәм психик һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ. Бурыс йөкләмәләре, мөлкәт, страховка ҡағыҙҙары менән шөғөл­ләнергә тура килер. Сәфәрҙе кисектереп тороғоҙ.

ҠЫҘ
Шәхси тормошоғоҙҙо яйға һалыу менән шөғөллә­нер­һегеҙ, моғайын. Кеше араһына күберәк сығырға, яңы танышлыҡтар булдырырға кәңәш ителә. 13 апрелдә аҡсағыҙҙы һаҡлап тотоноғоҙ.

ҮЛСӘҮ
Аралашҡанда итәғәтле булырға тырышығыҙ. Әле һеҙ­ҙең кәйефегеҙ тотороҡһоҙ кү­ренә. Телегеҙҙе тыймаһағыҙ, матди ҡы­йынлыҡтар кисерерһегеҙ. Туҡла­ныуығыҙға иғтибар итегеҙ.

САЯН
Көс-ҡеүәтегеҙ, әүҙем­леге­геҙ, кешене арбау һәлә­тегеҙ бөтә мәсьәләләрҙе лә ыңғай хәл итеү мөмкинлеген бирер. Физик көсөргәнештән һаҡланығыҙ: умырт­ҡалыҡҡа зыян килеп ҡуймаһын.

УҠСЫ
Һәләтегеҙҙе күрһәтеүҙән тартынмағыҙ. Әүҙемдәр, айырыуса бизнес вәкилдәре, уңыш­ҡа иҫәп тота ала. Шулай ҙа шикле эштәрҙән алыҫ торорға кәңәш ителә.

ЫЛАҠ
Был аҙнала ваҡиғаларҙың үҙәгендә булырһығыҙ. Ҡайһы бер даирәләрҙәге танышлыҡтар һәм бәйләнештәр ярҙамында байтаҡ проблеманы хәл итерһегеҙ. Матди хәлегеҙ тотороҡло күренә.

ҺЫУҒОЯР
Яңы таныштарығыҙға ҙур өмөт бағламағыҙ. Был ке­ше­ләр тормошоғоҙҙа оҙаҡҡа ҡал­маҫ. Сауҙа өлкәһендә эшләгәндәр өсөн аҙна табышлы булмаҡсы. Көтмәгәндә ҡулығыҙға мул ғына аҡса инер.

БАЛЫҠ
Күләгәнән сығырға ваҡыт. Әүҙемлек күрһәтегеҙ. Аҙна уртаһында сағыу ваҡиға кө­төлә. Матди хәлегеҙ үҙегеҙҙең ҡулда: тәүәккәл булһағыҙ, һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәҫ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/yondo-nam-13-19-aprel/
Читайте нас