Алдан яҙыуыбыҙса, үҙизоляция режимы ваҡытында район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан һәм магазиндар булмаған бәләкәй ауылдарҙа халыҡты аҙыҡ-түлек һәм башҡа төрмош-көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итеү маҡсатында район хакимиәте етәкселеге автолавкалар эшен яйға һалды. Шәхси эшҡыуар Лилиә Ҡыямова икенсе аҙна ауылдарҙа күсмә һатыу ойоштора. Ҡасан һәм ниндәй ауылға барырға кәрәклеген, кешеләрҙең мөрәжәғәтен иҫәпкә алып, урындарҙа биләмә башлыҡтары хәл итә.