Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Апрель 2020, 06:15

Рәхим итегеҙ: "ҡош теле"

Электән өҫтәлдәребеҙ йәме булған милли ризыҡтарыбыҙҙы бер ни ҙә алмаштыра алмайҙыр. Ашығыҙ тәмле, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар!

Был ризыҡты әҙерләү өсөн ярты литр кефир, ике йомортҡа, дүрт аш ҡалағы шәкәр, өс-дүрт аш ҡалағы үҫемлек майы, 0,5 сәй ҡалағы тоҙ, 0,5 сәй ҡалағы һүндерелгән сода, биш-алты стакан он кәрәк, ваниль шәкәре һалһаң да була.
Тәүҙә йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ул ҡулға йәбешергә тейеш түгел. Ябып, 20 минутҡа ҡалдырабыҙ. Шунан өҫтәлгә он һибеп ҡамыр йәйәбеҙ. Бер сантиметр киңлегендә.
Артабан дүрткел итеп киҫәбеҙ. Ҡамырҙың уртаһына тишек эшләйбеҙ ҙә, унан икенсе өлөшөн сығарабыҙ.
Шунан ике яғында ҡайнап торған үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ. Ризығыбыҙ әҙер. Ҡалған ҡамырҙан да шулай уҡ эшләп бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Vkusnoblog.net
Автор: Рисаля Юмагулова
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/R-him-itege---osh-tele-204296/
Читайте нас