Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
11 Апрель 2020, 05:50
"Ҡатлама" салаты
Үҙенсәлекле салат рецебы тәҡдим итәбеҙ: файҙалы ла, туҡлыҡлы ла, матур ҙа. Табындарығыҙ түңәрәк, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар!
Был салат өсөн бер сөгөлдөр, ике кишер, 100 грамм йөҙөм, 100 грамм сыр, өс тырнаҡ һарымһаҡ, 100 грамм грек сәтләүеге, майонез, тоҙ, борос кәрәк.
Тәүҙә йәшелсәләрҙе бешерәбеҙ. Уларҙы, шулай уҡ сырҙы - эре, ә һарымһаҡты ваҡ ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Сәтләүекте ваҡлайбыҙ.
Ҡатлап салатты һалабыҙ. Беренсеһенә - кишер, йөҙөм, майонез. Икенсеһенә - сыр, һарымһаҡ, майонез. Өсөнсөһөнә - сөгөлдөр. Иң өҫкө ҡатламға грек сәтләүеген һибәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото:
Vk.com
Автор: Рисаля Юмагулова
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/atlama-salati-204545/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"