Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
11 Апрель 2020, 07:30
Ҡағиҙәләр тағы ла ҡәтғиләнде
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика биләмәһендә коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефен кәметеү буйынса өҫтәмә сараларҙы раҫланы.
Үҙгәрештәр, башлыса, кеше күп йыйылған урындарҙа, шул иҫәптән дини объекттарҙа булыуҙы тыя. Әлеге мәлдә халыҡҡа зыяратҡа йөрөү тыйылды, мәрхүмде ерләүгә бәйле хеҙмәттәр буйынса мөрәжәғәт иткәндә һәм ерләү сараһында ҡатнашҡанда ғына барырға рөхсәт ителә.
Бынан тыш, COVID-19 вирусы асыҡланған кеше менән бәйләнештә булғандар; “внебольничная пневмония” диагнозы ҡуйылған сирлеләр; респиратор сир симптомы менән медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән 65 йәштән өлкәнерәктәр, шулай уҡ улар менән бергә йәшәүселәр өйҙә йәки килгән урынында үҙаллы изоляция тәртибен һаҡларға тейеш. Бары тик ашығыс медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеү йәки ғүмергә һәм һаулыҡҡа тура хәүеф янау осраҡтары ғына иҫкәрмә булып һанала.
Фото: glavarb.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/a-i-l-r-ta-i-la--t-il-nde-214030
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"