Ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарары буйынса Бухенвальд лагеры тотҡондарының ихтилалы иҫтәлегенә булдырыла. Концлагерҙарҙа йәмғеһе 18 миллион кеше тотҡонда була, шуларҙың биш миллионы — совет граждандары. Һәләк булғандар араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар.