Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
9 Апрель 2020, 05:00

Грант хыялды тормошҡа ашырырға ярҙам итә

Бөгөн был программаларҙың барыһы ла республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән ғәмәлгә индерелгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Хәйбулла районының Подольск ауылынан Виктор Власенко ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү буйынса грант программаһында ҡатнашып, ҙур проектты тормошҡа ашыра башланы.
Былтыр ул конкурстың һайлап алыу этабын уңышлы үтеп, ит йүнәлешендәге һыйыр малын үрсетеү өсөн малсылыҡ фермаһы төҙөү проектын яҡлай. “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһы нигеҙендә фермер алты миллион һумлыҡ грант ала. Проекттың дөйөм хаҡы 10 миллион һум күләмендә баһалана.
Ул ферма төҙөү менән бер рәттән мал үрсетеү хаҡында ла хыяллана. Ошо көндәрҙә Власенко хыялын тормошҡа ашыра башлаған да инде – Баҡалы районынан тоҡомло 64 тана һатып алған. Уларҙы урынлаштырыу өсөн быйыл өс аҙбар һалыуҙы планлаштыра.
Республика Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2012 – 2019 йылдарҙа Башҡортостанда 856 фермер хужалығы һәм 19 ауыл хужалығы кооперативы “Яңы эш башлаған фермер”, “Ғаилә малсылыҡ фермалары”, “Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереү” грант программаларында ҡатнашҡан. Уларға ике миллиард һумдан ашыу дәүләт ярҙамы күрһәтелгән.
Бөгөн был программаларҙың барыһы ла республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән ғәмәлгә индерелгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/esh-yuar/Grant-hiyaldi-tormosh-a-ashirir-a-yar-am-it-208971/
Читайте нас