Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
8 Апрель 2020, 12:25

Уларҙан брошюра алмағыҙ!

Башҡортостандың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә коронавирусҡа бәйле мутлашыуҙар артҡан.

Йәғни билдәһеҙ кешеләр үҙҙәрен санитар хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре итеп танытып, ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға вирусты иҫкәртеү тураһындағы мәғлүмәт яҙылған “Коронавирус COVID-19” брошюраларын тәҡдим итә. Уны алыуҙан баш тартҡан осраҡта, административ саралар ҡулланыу менән янай.
Бындай мутлыҡтар тураһында шунда уҡ 112 телефонына хәбәр итергә кәрәк.
Фото: Kistaplus.ru
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас