

Солтанбәк ауылында йәшәүсе күмәк балалы Розалия һәм Шәрифйән Факкаровтар ғаиләһендә лә дистанцион уҡыу өсөн бөтә шарттар бар. Балалар уҡытыусылар ебәргән кейстарҙы интернет аша алып, яуаптар ебәрергә, уҡытыусылар менән дәрес-конференцияларҙа бер ҡыйынлыҡһыҙ ҡатнаша.
Оло улдары Артур Садыков Өфө дәүләт нефть техник университетында икенсе курста уҡыуын дистанцион дауам итә, бирелгән эштәрҙе ваҡытында башҡарып ебәрә. Юнир менән Ирина ла дистанцион уҡый. Улар карантин ваҡытын файҙалы үткәрә, рус һәм башҡорт телендә әҙәби китаптар уҡый, ағалары Артур математиканан һәм рус теленән аңлашылмаған миҫалдарзы аңлата. «Коронавирус инфекцияһы таралыуҙы сикләү маҡсатында иғлан ителгән карантинға Солтанбәк ауылы халҡы ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Бөтә республика менән бергә мәктәп уҡыусылары дистанцион белем ала башланы. Уҡытыусылар был эште ата-әсәләр ярҙамы менән ойоштороп, һәр саҡ контролдә тота, һәр төрлө ярҙам итә, кәңәштәр бирә. Был һынауҙы ла берҙәм көс, тырышлыҡ, аңлы ҡараш, үҙ-үҙебеҙгә талапсанлыҡ менән еңербеҙ, балаларҙың уҡыуы артта ҡалмаҫ, киләсәгебез матур, яҡшы булыр, тип ышанабыҙ, - тине Солтанбәк урта мәктәбе директоры урынбаҫары Розалия Марат ҡыҙы Факкарова. - Яңы шарттарҙа уҡытырға өйрәндек, әммә ләкин мәктәпкә тиҙерәк барғы килде, шау-гөр килгән балалар тауышы һағындырҙы».
Наилә Имаева.
Фото ғаилә архивынан алынды.