Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
7 Апрель 2020, 05:17
Интернет аша сауҙа әүҙемләшә
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостанМәғлүм булыуынса, республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” һәм “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәттәр экспортын үҫтереү” төбәк проекттары тормошҡа ашырыла.
Ошо көндәрҙә республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында видеоконференция элемтәһе тәртибендә Башҡортостанда экспортлаусылар өсөн онлайн-сауҙаны ойоштороу мөмкинлеген тикшерҙеләр.
Кәңәшмәлә ведомство рәйесе вазифаһын башҡарыусы Маргарита Болычева, уның урынбаҫары Лена Изотова, Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге директоры Илдус Хәлитов һәм “Өфөмебель” йәмғиәтенең генераль директоры Рәмил Ғәйнетдинов ҡатнашты.
“Алибаба” һәм “Ebay” сит ил сауҙа майҙансыҡтарында Башҡортостан предприятиелары тауарын һатыу сарала тикшерелгән төп тема булды. Шулай уҡ Башҡортостандың Австриялағы вәкиллеге һәм Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге ярҙамы менән Австрияға онлайн тәртибендә бизнес-миссия ойоштороу мөмкинлеге ҡаралды. Илдус Хәлитов әйтеүенсә, учреждение “Өфөмебель” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә реклама материалдарын тәржемә итеү, һатып алыусыны эҙләү, килешеүҙе рәсмиләштереү йәһәтенән ярҙам күрһәтәсәк.
– Әлеге шарттарҙа республика етештереүселәренең тауарын экспортлау, тышҡы баҙарҙа Рәсәй тауарына ихтыяжды арттарыу мәсьәләһе айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Интернет аша сауҙа итеү әүҙемләшә, беҙҙең бурыс – ғәмәлдәге хәлде үҫеш мәнфәғәтендә файҙаланыу, – тине Маргарита Болычева.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Internet-asha-sau-a--eml-sh-204376/
Фото: foreign.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"