Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Апрель 2020, 16:20

Дезинфекция үткәрелә, тәҙрәләрҙе ябығыҙ!

Бөгөн, 7 апрелдә, төнгө сәғәт 10-дан һуң Өфөләге Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы биләмәһен һәм медицина ойошмаһына яҡын урамдарҙы “Этоксамин” менән дезинфекциялайҙар. Был ғәмәл “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы менән килешеп, коронавирус сиренең таралыуына юл ҡуймау маҡсатында башҡарыла.

Атап әйткәндә, баш ҡаланың Киров, Кустар, Революция, Минһажев, Достоевский урамдары махсус сара менән эшкәртелә. “Этоксамин” - сертификатланған һәм лицензияланған средство, ҡала халҡы өсөн хәүефһеҙ.
Өфө хакимиәте хәлде аңлап ҡабул итеүҙе һорай. Дезинфекция үткәрелгәндә күп фатирлы йорттарҙың беренсе һәм икенсе ҡаттарында йәшәгәндәрҙән тәҙрәләрен ябыуҙы үтенәләр.
Һорауҙар булһа, күп каналлы 8 (347) 277-09-11 телефоны аша Өфөнөң Мәғлүмәт-диспетчерлыҡ үҙәгенә йәки 8-800-250-56-04 номеры буйынса баш ҡала хакимиәтенең колл-үҙәгенә мөрәжәғәт итергә.
Фото: ufacity.info
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Dezinfektsiya-tk-rel--t-r-l-r-e-yabi-i-207407/
Читайте нас