Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Апрель 2020, 09:18

Рәхимйәновтар ғаиләһендә ете бала дистанцион уҡый!

Радий Хәбиров үткәргән тәүге дәресте Солтанбәк ауылында йәшәүсе һигеҙ бала тәрбиәләүсе Фәридә һәм Фәрзәүи Рәхимйәновтар бергәләп ҡарай.



Рәхимйәновтар ғаиләһендә һигеҙ бала тәрбиәләнә. Уларҙың береһе – студент, алтыһы - мәктәп уҡыусыһы, береһе - балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Иҫегеҙгә төшөрәм, оло йөрәкле ата-әсә үҙҙәренең биш балаһы янына тәрбиәгә тағы өс бала алып, уларға наҙ һәм һөйөү бирә. Был уңған ғаиләлә балалар үҙ-ара дуҫ-татыу булып, мәктәптә тырышып уҡып, һәләттәрен үҫтереп, спорт менән шөғөлләнеп үҫә.
Оло ҡыҙҙары Ләйсән Бөрө фармацевтика колледжында 1-се курста белем ала. Ул да бөгөн дистанцион уҡыуҙа. Элиза – 11-се, Наил – 10-сы, Динислам менән Лариса – 9-сы, Эльзида менән Данил 6-сы класта белем ала. Ә иң бәләкәй Айбулатҡа өс йәш.
- Республика Башлығы үткәргән тәүге дәресте ғаиләбеҙ менән бергәләп ҡараныҡ. Артабан һәр кем үҙ бүлмәһендә уҡыуын дауам итте.Улар ватсап аша биремдәр алып эшләне, уҡытыусылары менән аралашып торҙо, әлегә барыһы ла аңлашыла, - ти балаларына дистанцион уҡыу өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырыусы ата-әсә.
Наилә Имаева.




Читайте нас