Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
6 Апрель 2020, 12:30
Хәл тотороҡло, әммә уяулыҡ кәрәк
Бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған брифингта республикалағы хәлгә байҡау яһалды.
Донъяла Govid-19 вирусы хакимлыҡ итә. Рәсәйҙә лә мәкерле инфекцияны йоҡтороусылар һаны арта. Бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған брифингта республикалағы хәлгә байҡау яһалды.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, республикала тәүлек эсендә инфекцияны йоҡтороуҙың бер осрағы ла теркәлмәгән. Диагноз раҫланған пациенттарҙың тағы береһе һауығып дауахананан сыҡҡан. Тимәк, республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторған ун кешенең дүртәүһе дауаланғандан һуң өйҙәренә ҡайтарылды. Стационарҙа шик аҫтына алынған пациенттар һаны артты – 103 кеше, шул иҫәптән 12 бала.
Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы Анна Казак белдереүенсә, ошо тикшереүҙәр арауығында бөтәһе 9162 пациентҡа тест- система үткәрелгән, ә үткән тәүлектә 800-гә яҡын анализ алынған. Алдағы көндәрҙә тестар күберәк үткәреләсәк.
Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының бүлек начальнигы вазифаһын башҡарыусы Венер Изекәйев әйтеүенсә, Рәсәйҙә барлығы 6343 инфекция осрағы раҫланған, 47 кеше вафат булған. Оҙаҡламай республикала лабораториялар һәм персонал әҙерлеге тамамланыу менән түләүле тестар үткәрелә башлауы көтөлә. Яңы тест-системалалар барлыҡҡа килеүе ошондай мөмкинлектәр аса. Әммә Анна Казактың иҫкәртеүенсә, бер ниндәй сәбәпһеҙ, ҡыҙыҡһыныуҙы баҫыу өсөн генә бындай аҙымға барырға ярамай.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/H-l-totoro-lo--mm-uyauli-k-r-k-204769/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"