

Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләргә әҙерләнгәндә дөрөҫлөк тантана итте - башҡорт халҡының күренекле улы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде.
«Миңлеғәле Шайморатов тураһында бала саҡтан белеп, уҡып, уның тураһындағы йырҙы йырлап үҫтем. Хәҙер үҙем уҡытыусы булараҡ генерал Шайморатов тураһында уҡыусыларыма һөйләйем, уның батырлығы тураһында ижади эштәр ҙә башҡарабыҙ.
Миңлеғәле Шайморатов хаҡында ҡыҙҙарым да белә. Эмилияма 13 йәш, китаптар уҡырға, һүрәт төшөрөргә ярата.Ул Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында 8-се класта уҡый. Зарема ҡыҙыма 9 йәш, Солтанбәк урта мәктәбенең 3-сө класында белем ала. Бәләкәсем Элларияға бер генә йәш әле. Балалар батырҙарыбыҙҙы белеп үҫергә, улар менән хаҡлы рәүештә ғорурланырға тейеш”, - тип Алһыу Фәзнәүи ҡыҙы ла Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелеүе уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән флешмобҡа ҡыҙҙары менән ҡушылды.
Наилә Имаева.