Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Апрель 2020, 08:05

“Барыһы ла үҙегеҙҙән тора!”

“Тырышып уҡығыҙ, маҡсатсан, тәртипле, батыр булығыҙ, өлкәндәргә һәм мохтаждарға ярҙам итегеҙ, һәр ваҡытта ла ысын кеше булып ҡалығыҙ!” - тип Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыларға онлайн-дәрес ваҡытында мөрәжәғәт итте.

Бөгөн, 6 апрелдә, республика мәктәптәрендә дистанцион формала дүртенсе сирек башланды. Тәүге дәресте Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе. Онлайн-дәресте Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, шулай уҡ «Башкортостан 24», «Вся Уфа» и UTV телеканалдары ла трансляцияланы.

Тырышып уҡығыҙ, маҡсатсан, тәртипле, батыр булығыҙ, өлкәндәргә һәм мохтаждарға ярҙам итегеҙ, һәр ваҡытта ла ысын кеше булып ҡалығыҙ!” - тип Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыларға онлайн-дәрес ваҡытында мөрәжәғәт итте. Артабан ул илебеҙҙә һәм республикабыҙҙағы хәл-ваҡиғаларға туҡталып, бөгөн балаларҙы өйҙә уҡырға мәжбүр иткән сәбәптәрҙе лә билдәләне. Ата-әсәләрҙе балаларына дистанцион белем алыуҙа ярҙам итергә саҡырҙы, ә уҡыусыларҙы ныҡ булырға, бирешмәҫкә, ысын герой булырға өндәне. Ошо урында Радий Фәрит улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовты иҫкә алып, был донъяла бер нимәнең дә эҙһеҙ үтмәүен, батырлыҡтың онотолмауын билдәләне. Тарихи хәҡиҡәт тормошҡа ашты - Миңлеғәле Шайморатов үлгәндән һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Рәсәй Геройы йондоҙо менән бүләкләнде.

Радий Фәрит улы барыһына ла уңыштар һәм түҙемлек теләне.

Наилә Имаева.

Читайте нас