Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Апрель 2020, 06:45

Ырыу ағасы ҡоромаҫ, йәш быуын барҙа ғына

Урмияҙ урта мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Тимур Әхмәтдинов әсәһе ярҙамы менән ете быуынын барлап, нәҫел ағасын төҙөй. Тормош ҡиммәттәре тураһында уйлаусылар, балаларын төрлө яҡлап үҫтерергә ынтылыусылар карантин мәлен файҙалы үткәрә.Тулыраҡ:

Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау маҡсатында сикләү саралары( карантин) иғлан ителде. Тимәк, киҫкен ихтыяж юҡ икән, өйҙә ултырырға кәрәк. Көн оҙоно эштә йөрөгәндәр өсөн ғаиләһе, балалары менән күберәк ваҡыт үткәреү өсөн форсат сыҡты, - ти Урмияҙ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәлиә Сәмиғулла ҡыҙы. - Карантин мәлен мин дә мөмкин тиклем файҙалыраҡ үткәрергә тырышам. Бына, ниһайәт, улым Тимур менән Әхмәтдиновтар нәҫелен өйрәнеп, шәжәрәбеҙҙе төҙөнөк. Эҙләнеү эше барышында нәҫелебеҙ ағасын төҙөп, ете быуынды барланыҡ, Урмияҙ ауылының легендалары һәм риүәйәттәре, уйын-йолалары тураһында өлкәндәрҙән һорашып белдек”.

Әсәйем менән эҙләнеү эше башҡарыу миңә бик оҡшаны. Бигерәк тә ҡарт олатайым, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәсрүр Әхмәтдин улы Әхмәтдиновтың тормош һәм яу юлын өйрәнеү фәһемле булды. Бөйөк Ватан һуғышы киноларын ҡарағанда, һуғышта ҡатнашҡан ветерандар тураһында уҡығанда ҡарт олатайымды иҫкә алам, уны ниндәйерәк булған икән тип күҙ алдына килтерергә тырышам. Ҡыҙғансҡа ҡаршы, мин уны күрмәнем, әммә мин уның яҡты иҫтәлеген онотмайым, йөрәгемдә һаҡлайым һәм уның менән сикһеҙ ғорурланам” - тине рухлы, илһөйәр, телһөйәр малай Тимур.

Афариндан башҡа һүҙ юҡ Әхмәтдиновтарға! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: тамырын тойған ағас ҡына үҫә, нығый, емеш бирә, ә тамырһыҙы - ҡорой. Үҙ нәҫел тамырҙарыбыҙҙы өйрәнәйек, ата-бабаларыбыҙҙы онотмайыҡ!

Ҡәҙерле дуҫтар, Әхмәтдиновтарҙың эҙләнеү эше хаҡында тулыраҡ “Йәнтөйәк” гәзитенең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.

Наилә Имаева.

Читайте нас